Өс шөрөп. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Өс шөрөп, тип көлһәләр ҙә
Өфө һүҙе йәнгә яҡын:
Халҡым өсөн ҡәҙерлерәк
Шундай ҡала бармы тағын?!
Кемдән тора бөгөн Өфө -
Башҡорт, урыҫ һәм татарҙан,
Йәнә башҡа милләттәр ҙә
Төйәк тапҡан бер ҡатарҙан.
Мәгәр тап ошо өс милләт -
Башҡорт, татар һәм дә урыҫ
Өфөбөҙҙө Өфө иткән,
Башҡалабыҙ иткән - дөрөҫ!
Өс тағандай, өс туғандай
Урыҫ, татар һәм дә башҡорт,
Дуҫлыҡ - туғанлыҡ булғанда
Ил түрендә булыр баш - ҡот!
Башҡорт, урыҫ һәм дә татар -
Өфөбөҙҙөң милли төҫө.
Өс таған - таймаҫ, ти халыҡ,
"Шөрөптәрең" ныҡлы, Өфөм!


2014